13 ноябрҙә тарихта беренсе тапҡыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнде
Ноябрь 17, 2022
Просмотров: 23
13 ноябрҙә тарихта беренсе тапҡыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнде. Был ҡарар быйыл февралдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителде.
112-се Башҡорт атлы дивизияһы хәтерен мәңгеләштереү датаһы осраҡлы һайланмаған. 1941 йылдың 13 ноябрендә СССР-ҙың Дәүләт оборона комитеты милли ғәскәрҙәр берләшмәләрен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Шуның нигеҙендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла булдырылған.
Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡа милләт вәкилдәре була.
1941 йылдың 25 декабрендә полковник Миңлеғәле Шайморатов дивизия командиры вазифаһын үтәй башлай. Артабан 1942 йылдың ғинуарына тиклемге ваҡыт эсендә полктарҙың фронттан һәм башҡа хәрби округтарҙан саҡыртылған даими командирҙары — майор Таһир Күсимов, майор Гәрәй Нафиҡов, майор Ғариф Макаев дивизия ҡарамағына килә.
Ошо уңайҙан беҙҙең мәктәптә “Ат уйнатып, алдан бара Шайморатов генерал” исемле хәтер сәғәттәре үтте. Тарих уҡытыусыһы Әминев Р.Х. һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Денисламова И.И. “Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй”, “Шайморатов генерал – Рәсәй Геройы” презентацияларын һәм был датаға бағышлап төҙөлгән альбомдарын ҡулланып легендар 112 – се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы һәм уның ҡаһарман командиры М. Шайморатовтың данлы яу юлын һөйләнеләр.